газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль 2019, 16:01

Йән өшөтөрлөк фажиғә

Мәскәү эргәһендәге Раменское ҡалаһында көпә-көндөҙ уйын майҙансығында балаһы менән йөрөгән 25 йәшлек ҡатынға бер ир бысаҡ менән егерме тапҡырҙан ашыу сәнскән.

Мәскәү эргәһендәге Раменское ҡалаһында көпә-көндөҙ уйын майҙансығында балаһы менән йөрөгән 25 йәшлек ҡатынға бер ир бысаҡ менән егерме тапҡырҙан ашыу сәнскән. Табиптар килгәнсе үк ҡатын йән бирә. Тәфтишселәр ирҙең шәхесен асыҡлаған, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡот осҡос хәлгә шаһит булған баланы дауаханаға оҙатҡандар. Ҡайһы берәүҙәрҙең әйтеүенсә, ир кеше элегерәк был ҡатын менән бергә йәшәгән булырға тейеш. Тикшереү эше дауам итә, тиҙәр Мәскәү өлкәһенең Тәфтиш комитетында.
Читайте нас: