газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль 2019, 16:38

Тейешлеһен дә ала алмаған

Башҡорт дәүләт педагогия университетының икенсе курс студенты, тейешле стипендияһын ала алмағас, прокуратураға мөрәжәғәт иткән.

Башҡорт дәүләт педагогия университетының икенсе курс студенты, тейешле стипендияһын ала алмағас, прокуратураға мөрәжәғәт иткән. Баҡтиһәң, ул имтихандарын уңышлы тапшырған һәм коммерция нигеҙенән бюджет төркөмөнә күскән. Әммә, университет ҡағиҙәләренә ярашлы, стипендия түләү тураһындағы ҡарар йылына ике тапҡыр ғына, йәғни сессиялар үткәс, ҡабул ителә икән. Ҡыҙыҡай аҙ тәьмин ителгән ғаиләнән һәм социаль стипендияға мохтажлыҡ кисерә. Етмәһә, уға, имтихан һөҙөмтәләренә ҡарап, юғары түләм дә тейеш икән. Ахырҙа ҡыҙыҡай прокуратураға мөрәжәғәт иткән. Уға бюджет төркөмөнә күскән мәленән алып стипендия тәғәйенләнгән һәм бер юлы пелагогия университетының норматив акттары ҡануниәткә ярашлы хәлгә килтерелгән.
Читайте нас: