Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль 2019, 15:32

Луизанан - Лилиәгәме?

Банктан аҡса урлап ҡасҡан Луиза ике ай буйы иғтибар үҙәгендә булды.

Банктан аҡса урлап ҡасҡан Луиза ике ай буйы иғтибар үҙәгендә булды. Әле генә улар тураһындағы хәбәрҙән халыҡ ялҡып киткәндәй булды. Оҙаҡ күңелһеҙләнеп ултырырға тура килмәне, Луизанан тыныуға Өфөлә лә тағы бер ҡатын банктан аҡса урлаған тигән хәбәр йәшен тиҙлегендәй таралды. Кем ул, ҡайҙан, күпме урлаған?.. Ошо һәм башҡа бик күп һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы халыҡты. Лилиә яңғыҙы йәшәй, тиҙәр, хатта эт-бесәйе лә юҡ икән. Ул да был ҡылығын бер көндө түгел, ә ай дауамында башҡарған. 22 июлдә ревизия алдынан һуңғы миллион һумды алып ҡайтып киткән. Аҡса юғалыуын белеп ҡалыу менән банк хеҙмәткәрҙәре полицияға мөрәжәғәт итә. Кассирҙы фатирында ҡулға алалар. Әйткәндәй, Лилиә яңы ғына фатир һатып алған. Ошо уңайҙан Ҡөръән ашы ла үткәргән икән. Уның социаль селтәрҙәге сәхифәһе буйынса, ул үҙен бик диндар кеше тип һанай.Был тармаҡта 20 йылға яҡын эшләгән ҡатынды бурлыҡҡа нимә этәргән. Имеш-мимештәргә ышанһаң, Лилиә аҡсаны әхирәте өсөн урлаған. Уға ҙур сумма биреп торған һәм тикшереү аҡсаның юҡлығын асыҡлағансы кире ҡайтармаҡ булған.

Лилиә бер ҡайҙа ла ҡасмаған. Бәлки, өлгөрмәгәндер. Луиза осрағындағы кеүек уның енәйәтен дә йыл ярым буйы һиҙмәҫтәр тип уйланымы икән? Был хәбәргә ҡағылышлы яңылыҡтар көн һайын үҙгәреп торор әле.
Читайте нас: