Уҙған аҙна «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә Бөтә донъя Шахматтар көнөнә арналған шахмат һәм шашкалар буйынса турнир уҙҙы. Шахматта - 23, шашкаларҙа 12 кеше ҡатнашты. Тағы ете кеше нарды уйнаны. М. Б. Мөхәмәтйәров, Ю. М. Горин, А. Н. Данилов, М. И. Кайбушев, М. М. Ишморатов, Ә. Г. Гәрәйев, З. Ф. Фәхретдинов, Н. Н. Төхфәтуллин, И. Н. Яковлев призлы урындар яуланы. Судья Валерий Тен урындарҙы ғәҙел бүлергә тырышты. Алдынғылыҡты яулаусылар иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.