газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль 2019, 10:39

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген хәстәрләп

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш” төбәк проектына ярашлы, Республика клиник онкология диспансерына “Маммо-РП” автоматлаштырылған рентген-маммография стационар комплексы алынды.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш” төбәк проектына ярашлы, Республика клиник онкология диспансерына “Маммо-РП” автоматлаштырылған рентген-маммография стационар комплексы алынды.Был эш федераль бюджет иҫәбенә атҡарылды. Хаҡы - 12 миллион һум. Маммография системаһы пациент өсөн түбән радиация дозаһында уңайлылыҡ һәм һүрәтләнештең юғары сифатын тәьмин иткән, ҡулланылыуҙа ышаныслы төшөрөү ҡорамалы менән йыһазландырылған. Аппараттың ҙур өҫтөнлөгө - һанлы архивлаштырыу мөмкинлеге. “Маммо-РП” ярҙамында йылына уртаса туғыҙ мең тикшереү үткәреп буласаҡ. Был аппарат ҡатын-ҡыҙҙы хеҙмәтләндереүҙең тиҙлеген һәм сифатын күпкә яҡшыртасаҡ. Бөгөн тап рентген маммографияһы һөт биҙҙәре яман сирен асыцҡларға ярҙам итә. Онкологияла был ауырыу - иң күп осрағандарҙың береһе.

#Миллипроекттар
Читайте нас