Башҡортостанда йәйге эҫе һауа торошо һаҡлана. Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 25 июлдә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел төньяҡтан секундына 0-5 метр.
Һауа температураһы төндә +11,+16°, таулы райондарҙа +6°, көндөҙ +25,+30°.
Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән урыны менән томан төшә, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.
25 июлдә республика буйынса 3-сө, урыны менән 2-се, 4-се, 5-се класс янғын хәүефе фаразлана.