газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июль 2019, 18:47

Йәнә ике ғүмер...

Кисә төндә Ҡалтасы районының Оло Кәлтәй ауылында янғын сыға. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, урынға шунда уҡ ике берәмек техника һәм алты янғын һүндереүсе сыға.

Кисә төндә Ҡалтасы районының Оло Кәлтәй ауылында янғын сыға. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, урынға шунда уҡ ике берәмек техника һәм алты янғын һүндереүсе сыға. Улар килеп етеүгә бүрәнә йортто янғын ялмап алған була. Ҡотҡарыусылар шунда уҡ эшкә тотона һәм күп тә үтмәй утты һүндереүгә өлгәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында ике кешенең ғүмере өҙөлә. Улар - 1972 һәм 1977 йылғы ирҙәр.

Әле янғын сәбәптәре асыҡлана.
Читайте нас: