Башгидрометүҙәк синоптиктары республика биләмәһендә күҙәтелгән монар буйынса аңлатма бирҙе.
«Бөгөн метеостанциялар теркәгән томан, төтөн, төнөнлө монар кеүек атмосфера күренештәре төбәктә урынлашҡан юғары баҫым һөҙөмтәһендә килеп тыуған. Секундына 5 метр тиҙлеккә еткән елдәр һәм ерҙән күтәрелгән йылы һауа ағымдары атмосфераның аҫҡы өлөшөндә төтөн-маҙарҙың таралыуына килтерә», — тип белдерҙе улар.
Башгидрометүҙәктең Мөхит тикшереү үҙәге уҙған тәүлектә алған атмпосфера һауаһы пробаларында яныу продукттары (азот оксиды һәм диоксиды) буйынса кимәлдән артыҡ концентрациянан артыу күҙәтелмәгән.
Синоптиктар белдереүенсә, 26 июлдә республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан иҫәсәк. Һауа температураһы төндә – 12-17 градус, таулы райондарҙа 8 градус. Көндөҙ 26-31 градусҡаса эҫетәсәк.