Төркиәнең Анталия ҡалаһының Кемер районында туристарҙы тейәгән автобус юл транспорт фажиғәһенә осрай. Унда 25 кеше зыян күрә, башлыса Польша һәм Норвегия туристары. Рәсәйҙең Төркиәләге консуллығында белдереүҙәренсә, Рәсәй туристары ҡаза күрмәгән. Ә бына июнь айында Төркиәнең Махмутлар ҡасабаһында беҙҙең илдән барған ирле - ҡатынлы бер парҙы машина тапап һәләк итә.