Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2019, 19:14

Ниндәй ҡәбәхәт кешеләр осрай донъяла

Краснодар крайының Великовечное ауылында йәшәгән эшҡыуар ун йәшлек улын сылбырҙа бәйле тотҡан.

Краснодар крайының Великовечное ауылында йәшәгән эшҡыуар ун йәшлек улын сылбырҙа бәйле тотҡан. Малай, атаһы ҡатынын бала табыу йортона алып киткәс, сылбыр нығытылған таҡтаны ҡайырып ала. Уның муйынында өҙөлгән сылбыр менән эленеп торған йоҙаҡты күреп, магазиндағы кешеләр шаҡ ҡата. Малай һөйләүенсә, көндөҙ уны эшкә ҡушҡандар, ә төнөн һарайға бикләп, сылбыр менән бәйләгәндәр.


Баҡһаң, йәберһетелгән малай беренсе ҡатынынан тыуған. Атай кеше уны суд аша әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иткән. Уҡытыусыһы ла малайҙың холоҡ-фиғелендәге үҙгәрештәрҙе һиҙмәгән түгел, был хаҡта полицияға ла хәбәр иткән, әммә хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың иҫе китмәгән.
Читайте нас: