Белорет районының Ҡағы ауылындағы янғын өлкән йәштәгеләрҙең йортон көлгә әйләндергән һәм өҫтәүенә уларҙың күршеләренә матди зыян килтергән. Был хәл тураһында янғын һүндереүселәргә 23 июлдә таңғы 5-тәр тирәһендә хәбәр иткәндәр. Улар килгәнсе “ҡыҙыл әтәс” йортто ялмап алған булған. Янғынды һүндереү өсөн һыу Ағиҙел йылғаһынан килтерелгән. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, кеше ғүмерҙәре өҙөлмәгән.