Хәл Көйөргәҙе районында була. Полицияға өс йәшлек Айнур Н.-дың атаһы мөрәжәғәт иткән. Ирҙең һүҙҙәре буйынса, малайҙы әсәһе һәм уның өйҙәше алып ҡасҡан.Улар баланы ҡара-йәшел төҫлө тонировкалы "ВАЗ 2114" машинаһына ултырта ла билдәһеҙ йүнәлештә юҡ була. Баланың атаһы әйтеүенсә, әсәһе Айнурҙан баш тарта. Шуға күрә улар икәү йәшәй. Кәкүк-әсәнең намыҫы уянғанмы, әллә балаһын һағынғанмы - билдәле түгел. Ә бына ата кеше бик борсола һәм кешеләрҙән ярҙам һорай. Әле эҙләүгә тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылған.