Өфөлә берәү “BMW” машинаһында юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре менән “ярыш” ойошторған. Уның артынан бер түгел, дүрт машина елдергән. Өҫтәүенә сит ил машинаһының номерҙары булмаған.Өҫтәүенә, ул ҡаршы юлға сыҡҡан һәм сәғәтенә 150 километр тиҙлектә автомобилен ҡыуған. Уны тотҡандар. “Ярыш” ойоштороусы Стәрлетамаҡтан Артур Ғ. тигән кеше булып сыҡҡан. Полицейскийҙар егеттә травматик пистолеттың барлығын да асыҡлаған. “Өйҙән йәйәү сыҡтым. Был машина минеке түгел. Кемдеке икәнен белмәйем”, - тип яуап биргән. Әле суд уны өс тәүлеккә ҡулға алған. Уға ҡарата административ эштәр асылған. Ҡыҙыҡ инде, кемдең машинаһында йөрөүен дә белмәй микән ни?!