газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2019, 10:39

Төп бурыс - уңайлы шарттар булдырыу

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, "Мәғариф" миллипроектының "Заман мәктәбе" федераль проекты сиктәрендә, мөмкинлектәресикләнгән балаларға белем алыуға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән төбәк проектынғәмәлгә ашыра.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, "Мәғариф" милли проектының "Заман мәктәбе" федераль проекты сиктәрендә, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға белем алыуға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән төбәк проектын ғәмәлгә ашыра. Ошо йәһәттән "Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға белем алыуҙа ярҙам" сараһы быйыл 12 коррекция белем биреү ойошмаһының инфраструктураһын яңыртыуға булышлыҡ итәсәк. Сығымдарҙы үҙләштәргәндә сығарылыш уҡыусылары артабан уҡыуҙарын дауам итә һәм эшкә урынлаша алһын өсөн һәр учреждениеның үҙенсәлектәрен, уҡыусыларҙың контингентын иҫәпкә алып, хеҙмәт оҫтаханаларын һәм "Технология" өлкәһендәге предмет кабинеттарын йыһазландырыуға өҫтөнлөк биреләсәк. Шулай уҡ сара барышында психология-педагогика кабинеты, дефектолог, логопед һәм башҡа һауыҡтырыуға, белем биреүгә йүнәлтелгән кабинеттар яңыртыласаҡ. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға уңайлыҡтар тыуҙырылған 12 мәктәп тә белем көнөнә асыласаҡ.

#миллипроекттар
Читайте нас: