Салауат мотоуҙышсылары донъя беренселегендә еңеү яуланы.
Тольяттиҙа спидвей буйынса команда чемпионаты үтте. Рәсәй данын Салауаттан Эмиль Сәйфетдинов һәм Глеб Чугунов яҡланы.
Беҙҙең мотоуҙышсылар рәттән икенсе йыл чемпионатта алтын миҙалдарға лайыҡ булды. Икенсе-өсөнсө урындарҙа Польша һәм Австралия вәкилдәре бүлеште.