19 июлдә Бүздәк районының Көнсығыш ауылында билдәһеҙ әҙәмдәр 57 йәшлек Афған һуғышы ветеранын ҡот осҡос итеп туҡмаған. Ваҡиға юл буйы кафеһында була. Туғандары һөйләүенсә, дүрт ир кафеға килеп инә лә ирҙе иҫәңгерәткәнсе туҡмай, аяҡ-ҡулдарын һындыра. Әле ул ауыр хәлдә дауаханала ята. Һөжүм итеүселәр шулай уҡ ирҙең автомобиль тәгәрмәстәрен тишкән, телефонын урлаған, шунан күк төҫтәге “Мицубиси Паджеро”ға ултырып Октябрьский ҡалаһы яғына һыҙған. Әлеге ваҡытта полиция был әҙәмдәрҙе эҙләй. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.