газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2019, 11:00

Көтөүсене йә йәшен ата, йә йылан саға

Ошо көндәрҙә күрше Силәбе өлкәһендә йәшәгән ирҙең аяғын ҡара йылан саға.

Ошо көндәрҙә күрше Силәбе өлкәһендә йәшәгән ирҙең аяғын ҡара йылан саға. Урманда йылҡы малы көткәндә була был хәл. Ир тәжрибәле була, күрәһең, шунда уҡ йыланды үлтерә лә, уны банкаға һалып, дауаханаға илтә. Ирҙең туғандары белдереүенсә, табиптар бик оҙаҡ һәм ентекле итеп һөйрәлеүсене өйрәнә, төрөн билдәләргә тырыша. Тик дауаханала йылан ағыуына ҡаршы дарыу юҡлығын белдерәләр һәм система ҡуйыу менән генә сикләнәләр. “Дарыуҙы иртәгә килтерәсәктәр”, - тип туғандарын ҡайтарып ебәрәләр. Ә кис еткәс, көтөүсе ир йән бирә. Табиптарҙың кеше ғүмере өсөн яуаплылығы ҡайҙа булды икән?
Читайте нас: