Башҡортостанда Француз сырҙары етештерелә башлаясаҡ.Иртәгә Бәләбәйҙә урынлашасаҡ предприятиеның нигеҙ ташы һалына. Был сарала ҡатнашырға сит ил вәкилдәре, эшҡыуарҙар килгән. Бөгөн Францияның Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Башҡортостан етәксеһе менән осрашты.Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан менән Франция араһындағы хеҙмәттәшлек нығый һәм тауар әйләнеше лә артҡан. Айырыуса минераль яғыулыҡ экспорты үҫкән. Ғөмүмән, республика сит ил инвесторҙары өсөн асыҡ. Яңыраҡ ҡына Венала Башҡортостан вәкиллеге ойошторолоуы, Австрия менән тура рейстар барлыҡҡа килеүе лә ошо хаҡта һөйләй. Оҙаҡламай ошондай вәкиллек Истамбул ҡалаһында ла асыласаҡ. Франция менән хеҙмәттәшлек тағы ла киңерәк йәйелдерелгән осраҡта Парижда ла вәкиллек асыу мөмкин, тине Радий Хәбиров. Бының өсөн нигеҙ ныҡлы.