Өс аҙна самаһы элек Бөрө районының Калинники ауылында йәшәгән Оксана Волкова юғалғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кисә алты бала әсәһен үле килеш тапҡандар. Билдәле булыуынса, ҡатын 3 июлдә үҙ районынан Өфө ҡалаһы дауаханаларының береһенә тип сығып китә һәм ғәйеп була. Әйткәндәй, ҡатынды үлтергәндәр. Уның кәүҙәһен транспорт туҡталышынан йыраҡ булмаған ерҙә, урманда, тапҡандар. Ул ергә күмелгән була. Криминалистар тикшерә башлай, һөҙөмтәлә енәйәт эҙҙәре уның элекке иренә алып бара.. Юғалыуынан бер көн алда ғына улар араһында ғауға ҡупҡан икән. Ҡатын менән ирҙең ике уртаҡ балаһы бар, Оксана уларҙы ҡарау һәм тәрбиәләү өсөн алиментҡа биреү менән янай. Был иргә оҡшамаған, күрәһең. Кәүҙә табылған урынды ҡарап сыҡҡас, унда трактор эҙҙәре табыла. Шулай уҡ ҡәберҙең дә трактор ярҙамында ҡаҙылыуы асыҡлана. Тәфтиш барышында ҡатындың элекке өйҙәшенең тракторҙа эшләүе асыҡлана. Асыҡланыуынса, ул ҡатындың артынан күҙәтеп бара, уңайлы мәлдә уны быуып үлтерә һәм, иртәгәһенә кире килеп, трактор менән күмеп ҡуя. Ир енәйәт ҡылыуын таный. Ул быға тиклем “кешене туҡмау” һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу статьялары буйынса хөкөм ителгән булған. 46 йәшлек ҡатындың алты балаһы ҡалған, иң бәләкәсенә - ни бары биш йәшАлимент түләмәйем тип, балаларының әсәһен быуған саҡта, был әҙәм аҡтығы ни өсөн уларҙың артабанғы яҙмышы тураһында уйламаны икән?