Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2019, 10:32

Түләүлеһен дә күрһәтергә кәрәк

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса республикала 2024 йылға тиклем һәр йыл ике меңгә яҡын сит ил гражданына медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш. Әле был күрһәткес - 500 кеше.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса республикала 2024 йылға тиклем һәр йыл ике меңгә яҡын сит ил гражданына медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш. Әле был күрһәткес - 500 кеше.“Медицина хеҙмәтен экспортлауҙы үҫтереү” проектының маҡсаты - Башҡортостанда медицина хеҙмәте күрһәтеүҙе 2017 йылға ҡарағанда (ул ваҡытта 470 кеше ине) кәмендә дүрт тапҡырға арттырыу. 2024 йылға тиклем ике меңгә тиклем сит ил гражданын дауалау мөмкинлегебеҙ булырға тейеш”, - тине төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығының бүлек етәксеһе Лидия Светлакова. Бындай медицина ярҙамы аҡсаға күрһәтелә. Уға дауаланыу ғына түгел, тикшеренеү үтеү ҙә инә.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп бурыстары - хеҙмәт йәшендәге халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеү, медицина ойошмаларында беренсе медик-санитар ярҙамы күрһәткән белгестәргә ҡытлыҡты бөтөрөү, барлыҡ граждандар өсөн кәмендә йылына бер тапҡыр иҫкәртеү медицина тикшереүе үткәреү. Милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 2019 - 2024 йылдарҙа 1,7 триллион һум бүлеү ҡаралған.
Читайте нас