газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2019, 10:47

Рәхәтләнеп эсерҙәр ине...алкоголь түгел тип

Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының һыраны алкоголь тип иҫәпләргә кәрәкмәй тигән тәҡдимебашҡа һыйырлыҡ хәл түгел бит әй.

Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының һыраны алкоголь тип иҫәпләргә кәрәкмәй тигән тәҡдиме башҡа һыйырлыҡ хәл түгел бит әй. Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Геннадий Онищенко быға ҡаршы сыҡты.

“Ил Президенты Владимир Путин, беҙҙең маҡсат - кешеләрҙең сәләмәтлеген нығытыу, тине. Сәнәғәт министрлығының тәҡдиме оятһыҙ, әҙәпһеҙ рәүештә быға ҡаршы бара”, - тип ҡаты дәғүәһен белдерҙе илдең элекке баш санитар табибы. “Һыра иҫерткес эсемлек тип иҫәпләнмәй икән, әйҙәгеҙ, уны мәктәп буфеттарында һатайыҡ, балалар баҡсаларында компот урынына бирәйек. Был тәҡдимде индереүселәр - ҡәбәхәттәр. Уларҙың исем-шәрифен белгәс, судҡа бирәсәкмен”, - тип вәғәҙә бирҙе Онищенко.
Читайте нас: