Белгестәр әйтеүенсә, Рәсәйҙә бухгалтерҙарға, уҡытыусыларға ихтыяж әллә ни юҡ.
Хеҙмәт баҙарында шулай уҡ суд, нотариаль һәм адвокат эшмәкәрлегендә урта юридик персоналдарға ла мохтажлыҡ тойолмай. Бынан тыш, музей, китапхана, һынлы сәнғәт галереяларына ла хеҙмәткәрҙәргә ихтыяж юҡ кеүек.
Ә бына һатыусылар, һаҡсылар күп кәрәк. Шулай уҡ ауыл, урман, балыҡ үрсетеү һәм тотоу хужалыҡтарына квалификациялы белгестәр талап ителә. Төҙөүселәр, автобизнес эшселәре һәм йөк күсереүселәр ҙә кәрәк.