Башҡортостанда ағымдағы йылдың алты айында үлемдең кәмеүе күҙәтелгән. Йыл башынан был күрһәткес республикала 12,2 промилле тәшкил иткән, ул былтырғынан 0,2-гә аҙыраҡ. Дөйөм үлем күрһәткесе халыҡтың уртаса йыллыҡ иҫәбенән дөйөм үлгәндәр һанының нисбәте менән иҫәпләнә. Был нисбәт 1000-гә ҡабатлана һәм промиллелә иҫәпләнә. Бөтә илдәрҙә тиерлек тыуым кимәле һәм үлем кимәле 1000 кешегә берәмектә үлсәнә. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин сираттағы «Һаулыҡ сәғәтендә» быйыл 1 598 кеше ғүмерен һаҡлап ҡалып булды, тип билдәләне. Беренсе ярты йыллыҡта республикала бөтәһе 24 380 кеше үлгән.