Беренсе канал аша бөтә илгә “Мин Луизанан аҡса урлаттым һәм уларҙы уйнап бөттөм” тип ултырған Марат Хәйруллин әле килеп был һүҙҙәренән баш тартҡан. Аҡсаны Луиза яңғыҙы урланы, мин уларҙың ҡайҙалығын белмәйем, тигән Марат. Ә тапшырыуға ҡатындың яҡлаусылары баҫымы аҫтында барҙым һәм бөтә илде алданым, тип әйтә ти. Бының өсөн ул хатта ғәфү үтенде.
Кемгә ышанырға ла белмәҫһең. Марат үҙ башын яҡлайым тип йәнә алдашамы? Әллә Луиза, ысынлап та, аҡсаны бер үҙе генә урлағанмы? Аңлашылмаусанлыҡтар бик күпа.
Луиза яғынан бер хәбәр ҙә юҡ. Ул 2 сентябргә тиклем төрмәлә. Статьяһы буйынса 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай. Иренең дә урлашыуҙа ҡыҫылышы булһа, енәйәт төркөм менән башҡарылған тип иҫәпләнәсәк һәм был осраҡта сроктың иң ҙуры янаясаҡ. Хәйруллиндарҙың ҡыҙҙары әле Луизаның атаһы менән.