Башҡортостанда милли проекттар сиктәрендә 3 фельдшер-акушер пункты һәм 2 балалар поликлиникаһы төҙөлә.
Республиканың 33 медицина учреждениеһы "Һаҡсыл поликлиника" проектын тормошҡа ашыра башлаған. Бының өсөн ҡабул итеүҙе, врачтарҙың, лабораторияларҙың эшен көйләүҙең яңы алымы әҙерләнгән. Пациенттарҙы ашығыс ярҙам талап ителеүсе ауырыуҙарға, яҙылыу буйынса килгәндәргә, прививка эшләтергә теләүселәргә һәм белешмә алырға килеүселәргә бүләләр. Улар өсөн махсус күрһәткестәр ҡуйыла.
"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә 306 берәмек медицина ҡоролмаһы, 7 флюорограф алынған, 20 ФАП ҡуйылған.
"Һаулыҡ сәғәте"ндә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин билдәләүенсә, әлеге ваҡытта 3 фельдшер-акушер пункты, Туймазы, Дүртөйлөлә 2 балалар поликлиникаһы һәм Республика онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә һалына.