Республика дауаханаларында "аҡыллы" ҡабул итеү бүлексәләре эшләй башланы.Әлеге ваҡыттар улар Өфөнөң 17-се балалар, 21-се һәм 13-сө дауаханаларында һәм Белорет ҡала һәм район дауаханаларында хеҙмәтләндерә. Радий Хәбиров 21-се ҡала клиник дауаханаһында уҙған «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» форматындағы күсмә кәңәшмә барышында уның эш принциптары менән 4 апрелдә үк танышҡайны.Бындай үҙәктең майҙаны шартлы рәүештә йәшел, һары һәм ҡыҙыл зоналарға бүленә. Ҡыҙыл зонаға реанимация һәм операция талап ителгән пациенттар эләгә. Статистика буйынса, бындайҙар 10 процент самаһы тәшкил итә. Һары зонаға - реанимация талап ителгән (30 процент), йәшеленә иһә үҙҙәре хәрәкәт итә алған, ғүмерҙәренә хәүеф янамаған пациенттар (яҡынса 60 процент) урынлаштырыла.
«Ошондай үҙәктәр ойоштороу тиҙ арала ашығыс рәүештә килтерелгән сирлене дауалау алымы тураһында ҡарар ҡабул итергә, маршрут билдәләргә мөмкинлек бирергә тейеш», - ти һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин. Республикала "Аҡыллы" ҡабул итеү бүлексәһенең яҡынса хаҡы - 500 млн һумдан 1 млрд һумға тиклем.