Ватсап, бер яҡтан уңайлы ла кеүек. Кәрәк хәбәреңде тиҙ генә еткереп була. Фото йәһәт кенә төшөрөп, яҡындарыңа, дуҫтарыңа ебәрергә мөмкин.Тик унда йыш ҡына килделе-киттеле хәбәрҙәрҙең килеүе күңелде ҡыра.Мәҫәлән, ошо көндәрҙә бер үк смс күп булһа, ун-ун биш тапҡыр ғына килгәндер. Кемдең эше юҡ, шулар ебәреп ята, ахырыһы. Дөрөҫмө ул, түгелме, «переслать» тигәнгә баҫалар ҙа, рәхәтләнеп был хәбәрҙе тараталар. Ситкәрәк киттем, ахырыһы. Теге смс-тың тексын тәҡдим итәм: «25-26-һында бөтә ҡала буйынса бер ниндәй һыу ҙа булмаясаҡ. «Һыу каналы» 20 йыл буйына алыштырылмаған задвижкаларҙы алыштыра. Барыһына ла еткерегеҙ, әҙерләнһендәр! Был турала белдереүҙәр ҙә буласаҡ, урамдарҙа машиналар һыу менән торасаҡ. Иң яҡшыһы, быға ныҡлы әҙерләнергә». Ышанманым. Нисек инде ике көн һыуһыҙ?! Халыҡ та аптырап ҡалды: ышанырғамы? Ышанмаҫҡамы? Ярай әле ҡаланың «һыу каналы» предлприятиеһы директоры Антон Темников хәлгә асыҡлыҡ индерҙе.
- Был хәбәргә ышанырға ярамай. Кемгә шундай ялған хәбәр таратыу отошло булғандыр, аңлашылмай. Беренсенән, әле был өлкәлә ремонт эштәре көтөлмәй. Икенсенән, ниндәйҙер эштәр башҡарылған хәлдә лә, ҡала халҡын ике көнгә һыуһыҙ ҡалдырыу бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ хәл, ахмаҡлыҡ. Ошондай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында ла таратылған. Был ҡалаларҙа ла бер кем дә ике көнгә һыуҙы туҡтатырға йыйынмай. Ышанмағыҙ. Яҡындарығыҙға, дуҫтарығыҙға, таныштарығыҙға ниндәйҙер хәбәр ебәрер алдынан, уның дөрөҫмө-юҡмы икәнлеген тикшерергә онотмағыҙ, - тине ул.