газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июль 2019, 15:03

Ҡунаҡханала ҡалдырырға була

Эт йәки бесәй тотҡан ғаиләләр хәҙер берәй ергә ял итергә барғанда Стәрлетамаҡ ҡалаһында барлыҡҡа килгән тәүге ҡунаҡханала ҡалдырып китә ала.

Эт йәки бесәй тотҡан ғаиләләр хәҙер берәй ергә ял итергә барғанда Стәрлетамаҡ ҡалаһында барлыҡҡа килгән тәүге ҡунаҡханала ҡалдырып китә ала. Әлбиттә, прививка яһалған булыу мөһим. Уларҙың сәләмәтлеген табиптар күҙәтеп торасаҡ.Хайуандарҙы ҡунаҡханала тотоу хаҡы 300 һумдан башлана. Видеокамералар ҡуйылған. Телефон ҡушымтаһы ярҙамында дуҫтарығыҙҙы онлайн-режим аша күҙәтеп торорға мөмкин. Бындай учреждениелар киләсәктә башҡа ҡалаларҙа һәм райондарҙа ла буласаҡ, ти Башҡортостандың ветеринария идараһы етәксеһе Азат Йыһаншин.
Читайте нас