Өфөнөң Блюхер урамындағы 13-сө йортонда, йылытыу батареяһының төҙөк булмауы сәбәпле, туғыҙ ҡатты ла һыу баҫты. Дүрт сәғәт дауамында аҡҡан һыу фатирҙарҙағы йыһаздарға, техникаға ҙур зыян килтерҙе, ти йортта йәшәүселәр. Уны 1,7 миллионға баһалағандар, эксперттар саҡырырға, идарасы компанияға дәғүә белдерергә ниәтләйҙәр. Халыҡтың әйтеүе буйынса, ике тапҡыр авария хеҙмәтен саҡыртҡандар. Тәүге тапҡыр килгәндә һыуҙы туҡтатһалар ҙа, ул ағыуын дауам иткән. Икенсе ҡабат саҡырыуҙа оҙаҡлауҙарының сәбәбе - Орджоникидзе районында ошондай бер генә машина булыуы. Фатир хужалары әйтеүенсә, үҙҙәренең йортонда ла слесарҙар бар барлыҡҡа, әммә уларҙа, иҫерек булғанлыҡтан, ярҙам итеү теләге уянмаған.