Өфөлә бер ҡыҙ йөҙөү түңәрәгенән баш тартҡан һәм батып үлә яҙған. Ҡаланың Граждандарҙы һаҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 22 йәшлек ҡыҙ Ағиҙелдең йыһазландырылмаған урынында йөҙгән. Ул һыу ятҡылығының уртаһына барып еткән һәм сәсәй башлаған. Ҡотҡарыусылар уны байтаҡтан күҙәткән һәм бәләгә ҡалғанын күргәс, ярҙамға ашыҡҡандар. Улар уға ҡотҡарыу түңәрәге биргән, ләкин ҡыҙ унан баш тартҡан һәм кәмәгә ултырмаған. «Бер аҙҙан ҡыҙ яр йүнәлешендә йөҙөргә керешкән һәм шул мәлдә бата башлаған. Ҡотҡарыусыларҙың берәүһе шунда уҡ һыуға һикергән һәм ҡыҙҙы эләктереп ярға алып сыҡҡан. Асыҡланыуынса, бәләгә ҡалыусы иҫерек көйөнсә һыуҙа йөҙгән. Ҡыҙ медицина тикшереүенән баш тартҡан», - тиҙәр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.