газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июль 2019, 13:41

Состав алышына

Йәмәғәт күҙәтеү комиссияларының составы быйыл көҙөн Рәсәйҙең 44 төбәгендә, шул иҫәптән Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта тулыһынса алмаштырыла. Был турала Йәмәғәт палатаһы секретары Валерий Фадеев матбуған конференцияһында белдерҙе.

Йәмәғәт күҙәтеү комиссияларының составы быйыл көҙөн Рәсәйҙең 44 төбәгендә, шул иҫәптән Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта тулыһынса алмаштырыла. Был турала Йәмәғәт палатаһы секретары Валерий Фадеев матбуғат конференцияһында белдерҙе.Уның һүҙҙәре буйынса, комиссия составына кандидаттар һайлау - ҡатмарлы процесс.

- Закон буйынса, кандидаттарҙы йәмәғәт берләшмәләре генә күрһәтә ала. Тимәк, ойошманан тәҡдимдәр кәрәк. Үҙенең, туғандарының хөкөмгә тарттырылмауы тураһында белешмә талап ителә, - ти ул. Комиссия составына биштән 40-ҡа тиклем кеше инергә хоҡуҡлы. Ул граждандарҙы был эштә әүҙемерәк булырға саҡырҙы. Кандидаттар араһында ябай кешеләрҙе, уҡытыусыларҙы, врачтарҙы күрергә теләр инек, ти Валерий Фадеев.
Читайте нас: