газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июль 2019, 17:14

"Ғүмер" тигән был төшөнсә йә шатлыҡҡа, йә ҡайғыға һала ла тора икән

Күптәр яратып тыңлаған йырсы һәм композитор Нурия Абдуллинаның яман шеш менән ауырыуын күптәр ишеткәндер.

Күптәр яратып тыңлаған йырсы һәм композитор Нурия Абдуллинаның яман шеш менән ауырыуын күптәр ишеткәндер. Уға дауаланыу өсөн аҡса йыйыу ҙа ойошторолғайны.

“Лейкоз... әлегә ремиссия етте. Тимәк химия алырға кәрәкмәй. Әлхәмдулиллаһ! Был минең өсөн ҙур бүләк! Шатлыҡ! Тик хистәргә бирелергә ярамай. Гематолог әйтеүенсә, сир башланғандан һуң биш йыл йәшәйһегеҙ икән, шул саҡта ғына еңеү тураһында һүҙ йөрөтәргә мөмкин. Дөрөҫөн генә әйткәндә, башымдан үткән был мәхшәрҙән ныҡ ҡурҡам. Табиптың бар ҡушҡанын да үтәргә тырышасаҡмын. Өс айҙан йәнә пункция һәм киңәйтелгән анализ бирергә. Өҫтәмә сирҙәр тураһында. Операция яралары төҙәлде, тик ауыртыныу бөтмәне. Табиптар быны норма, ти. Ә бына аяҡтар... ярты йыл, бер йыл көтөргә кәрәк, ти, табиптар. Бәлки, иртәрәк үтер. Оҙаҡламай өйөмә ҡайтам. Һәр ярҙам иткән кешегә мин һәм ғаиләмә бик рәхмәтле. Аллаһ һеҙгә ике донъя бәхете бирһен!” тип яҙа йырсы. Нурия Абдуллина химияны бик ауыр кисереүе, әллә нисә мәртәбә үлеп-терелеүе, тағы сирҙәр өҫтәлеүе тураһында яҙғайны инде. Унда лейкоздан тыш, бөйөрөндә лә яман шеш тапҡандар икән. Операция яһап, ул бөйөрөн алдырған. Хәҙер аяҡтары бик ауырта. Әле ул Санкт-Петербург ҡалаһындағы клиникаларҙың береһендә дауалана. Әммә йырсы бер ҙә бошонмай. Бар көсөн һалып артабан көрәшеүен дауам итә. Был ғәмәлендә уға Аллаһ Тәғәләгә булған ышаныс ярҙам итә.
Читайте нас: