Иҫегеҙҙәлер, билдәле йырсы Вәсилә Фәттәхова бәләкәй ҡыҙын тыуҙырғас вафат булғайны. 900 грамлыҡ ҡына булып донъяға килгән сабыйы иҫән ҡалды. Әммә бәләкәстең һаулығы буйынса проблемалары бар икән. Бәләкәй Камилаға әле 3,5 йәш. Вәсиләнең ире Илгиз Әбдрәҡипов белдереүенсә, улдары Кәрим быйыл беренсе класты тамамлаған, ул атаһы менән йәшәй. Ә бәләкәй Камиланы уның ата-әсәһе ҡарай икән. Дүртенсе йәше менән барһа ла, ҡыҙыҡай һаман атламай, хатта ултыра ла алмай. Әҙерәк һөйләшергә маташа икән. Бала ғүмерлеккә ауыр инвалид булып ҡалмаһын өсөн уның менән ныҡлы шөғөлләнәләр. Ҡазандың дауалау үҙәктәрендә булғандар, оҙаҡламай Мәскәүгә, хатта Ҡытайға ла барып етмәкселәр. Табиптар әйтеүенсә, бер ни тиклем өмөт бар. Ғаилә ваҡытты ҡулдан ысҡындырмай, баланың сәләмәтлеге өсөн көрәшә.