Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июль 2019, 17:37

Аңламаһа ла, аңламай икән кеше

Кисә 30 йәшлек иҫерек ир Адмирал Ушаков урамы янындағы тимер юлында 34 йәшлек ҡатынға йәбешә. Ул уны үлтереү менән янап, көсләргә маташа.

Кисә 30 йәшлек иҫерек ир Адмирал Ушаков урамы янындағы тимер юлында 34 йәшлек ҡатынға йәбешә. Ул уны үлтереү менән янап, көсләргә маташа.Бәхеткә күрә, был урындан йыраҡ түгел ерҙә ике ир-уҙаманы үтеп барған була. Улар ҡысҡырыу тауышын ишетә һәм йүгереп барып, ҡатынды ҡотҡарып ҡала. Егеттәр ирҙе тота һәм полиция саҡыра. Урынға шунда уҡ ЮХХДИ инспекторҙары килә һәм енәйәтсене Тәфтиш комитетына алып бара. Һорау алыу барышында ир дөрөҫөн һөйләп бирә. Аҙаҡ асыҡланыуынса, был ир ошоға тиклем “көсләү” статьяһы буйынса төрмәлә ултырып сыҡҡан Иглин районы кешеһе булып сыға. Быйыл февралдә генә төрмәнән сыҡҡан ир йәнә ҡара ҡылығына керешә.
Читайте нас: