Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының Белорет район-ара тәфтиш бүлеге өс полиция хеҙмәткәренә ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы. Улар хеҙмәт вәкәләттәрен боҙоуҙа, кешене махсус ҡулайламалар менән язалауҙа һәм был хәлгә булышлыҡ итеүҙә ғәйепләнә. Асыҡланыуынса, Эске эштәр министрлығының Учалы бүлеге хеҙмәткәрҙәре булараҡ, улар Учалы ҡалаһынан 22 йәшлек ирҙе полицияға алып килә һәм бер ҡатындың мөлкәтен урлауҙы таныуын талап итә. Теге ир үҙенең ғәйепһеҙ икәнен әйткәс, уны автомобиль тросы менән бәйләйҙәр һәм электрошокер менән язалайҙар. 2017 йылдың ноябрендә ошо уҡ оперуполномоченныйҙар бер ҡатынға ҡарата, аҡса урлауын таныуын талап итеп, шундай уҡ яза ҡуллана. Хәҙерге ваҡытҡа тәфтишселәр уларҙың ғәйебен иҫбатлаған етерлек дәлилдәр туплаған һәм эш судҡа ебәреләсәк.