Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2019, 10:49

Ярҙам итмәһәң, шулай була ул

Сирлегә ярҙам итмәгән фельдшер эштән киткән.

Сирлегә ярҙам итмәгән фельдшер эштән киткән. Июнь аҙағында шау-шыу тыуҙырған был хәл тураһында иҫләйһегеҙҙер әле. Булгаков ауылы янында бер ирҙең хәле ҡапыл киҫкенләшә, һәм уға “Ашығыс ярҙам” саҡыралар. Шул саҡта яҡында ғына ашығыс ярҙам машинаһында ултырған табипты күреп ҡалып, уға мөрәжәғәт итәләр. Тик фельдшер ҡәтғи рәүештә ярҙам итеүҙән баш тарта. Был хәл видеоға ла төшөрөлгәйне. Әле табиптың яҙмышы билдәле булды: ул һаулыҡ һаҡлау тармағында башҡаса хеҙмәт итмәйәсәк. Фельдшер был хәлдең иртәгәһенә үк үҙ теләге буйынса эштән киткән. Осраҡты тикшергән прокуратура хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, ҡатын медицина этикаһы ҡағиҙәләрен боҙған.
Читайте нас: