Рәсәйҙә яңы ғына тыуған сабыйҙарҙы фотоға төшөрөү буйынса ГОСТ индереләсәк. Был хеҙмәт бик тә кәрәк, тип иҫәпләй заман менән бергә атлаған йәш ата-әсәләр. Ул 2020 йылдан уҡ көсөнә инәсәк. Фотосессияны өйҙә, паркта һәм башҡа урындарҙа үткәрергә мөмкин. ГОСТ буйынса, 28 көнгә тиклемге ҡыҙ һәм малайҙар яңы тыуған сабыйҙар тип иҫәпләнә. Бындай фотосессияларға бары ата-әсәләр, уларҙың законлы вәкилдәре генә заказ бирә ала. Эш барышында мотлаҡ уларҙың ҡатнашыуы талап ителә. Фотосессия өсөн файҙаланылған предметтар аллергия, сәләмәтлек өсөн хәүеф тыуҙырырға тейеш түгел. Талаптар юғары: бүлмә яҡшы елләтелгән, таҙа, ә һауа температураһы 22 градус йылылыҡтан да түбән булмаҫҡа тейеш.