Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров балаларҙы бушлай ашатырға уйлай. Етәксенең был идеяһы тормошҡа ашһа, башланғыс кластарҙа уҡыусы бөтә балалар ҙа мәктәптә түләүһеҙ ҡайнар аш ашаясаҡ. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, йыл һайын әлеге маҡсатҡа 1,5 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. Был хаҡта республика етәксеһе туҡланыу төбәк операторҙарының Нефтекама ҡалаһында үткән I форумында хәбәр итте. Уның фекеренсә, республиканың бөтә мәктәптәре өсөн дә берҙәм меню булдырыласаҡ. Туҡланыу рационы балыҡ, йәшелсә, һөт аҙыҡтары иҫәбенә тулыландырылырға тейеш. Өҫтәүенә мәктәптә туҡланыуҙы дәүләт контролдә тотасаҡ, урындағы ауыл хужалығы етештереүселәре продукцияһына өҫтөнлөк биреләсәк.