газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2019, 11:11

Биткә массаж эшләтәм тип...

Ял көнө Мәскәү ҡалаһында 29 йәшлек Өфө ҡыҙы медицина үҙәгендә битенә массаж эшләткән мәлдә үлгән.

Ял көнө Мәскәү ҡалаһында 29 йәшлек Өфө ҡыҙы медицина үҙәгендә битенә массаж эшләткән мәлдә үлгән. Элина Б. косметологтар хеҙмәте менән йыш файҙаланған. Ул ирендәрен ҙурайтҡан, ринопластика ла яһатҡан. Үлеренә бер нисә көн алда ҡыҙ икенсе салонда булған. Элинаның тәнендә бик күп укол эҙҙәре ҡалған. Был косметология процедураһы эҙемтәһе булыуы ихтимал. Шуға әле уның ниндәй салонда булыуын асыҡларға тырышалар. Медицина үҙәге хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, ҡыҙҙың битенә массаж яһаған мәлдә уның тәне тартыша башлай, ауыҙынан күбек китә. Ашығыс ярҙам килеп еткәндә, ул үлгән була. Массаж яһаусының һүҙҙәренә ҡарағанда, ул ҡыҙға башҡа бер процедура ла яһамаған. Элинаның атаһы белдереүенсә, судмедэкспертиза үткәрелгән, тик әлегә уның һөҙөмтәләре билдәле түгел. Табиптар был хәл тураһында бик ипле генә фекер белдерә. Бәлки, процедура мәлендә инсульт йәки эпилепсия өйәнәге башланғандыр. Тикшереү бөтмәйенсә, сәбәптәр тураһында бер нимә лә әйтеп булмай.



Читайте нас: