Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2019, 18:33

Битарафлыҡтың сигенә еттек, ахырыһы...

Өфөлә үле ир кәүҙәһе туғыҙ сәғәт буйы урам буйында ята. Уның янында балалар уйнай, кешеләр үтеп йөрөй.

Өфөлә үле ир кәүҙәһе туғыҙ сәғәт буйы урам буйында ята. Уның янында балалар уйнай, кешеләр үтеп йөрөй. Был хәл баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә була. Көндөҙгө сәғәт 3-тә 62 йәшлек иргә ҡапыл ҡыйын була һәм ул йөрәген тотоп йығыла. Ир шул урында йән бирә. Шунда уҡ ашығыс ярҙам менән полиция саҡырыла. Тик ирҙең янында документтары булмағас, бик оҙаҡ итеп уның кемлеген асыҡлайҙар. Асыҡлағас, туғандарын табалар. Һәм улар төнгә тиклем яҡынының кәүҙәһен һаҡлап ултырырға мәжбүр була. Ни өсөн тигәндә, ашығыс ярҙам уның үлеүен асыҡлай ҙа китә һала. Полиция ла бында бер нимә менән дә ярҙам итә алмай. Ә бына ирҙе махсус машина менән килеп, моргҡа алып китһендәр өсөн төнгө 12-гә тиклем көтәләр. Кеше күп йөрөгән урын, балалар уйнай. Үтә лә ҡырағай хәл. Битарафлыҡтың сигенә сығып барабыҙ түгелме?



Читайте нас: