Луиза Хәйруллина кассанан миллиондарҙы йыл дауамында алып сыҡҡан. Луиза кредит учреждениеһы бүлексәһе етәксеһенең ышанысынан файҙаланған. Был турала Медиакорсеть хәбәр итә. Россельхозбанкта эске тикшереү һөҙөмтәләре билдәле булды.Етәкселек һорауына Хәйруллина һәр ваҡыт: бөтәһе лә тәртиптә, тип яуап биргән, тәүгеләре бер ниндәй ҙә өҫтәмә ревизия үткәрмәгән. Медиакорсеть баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ҡасыу тураһында ҡарарҙы Луиза Хәйруллина ҡапыл, банкка үҙ иҫәбенән эре сумма алырға теләүсе вкладсы мөрәжәғәт итеүгә бәйле ҡабул итә.