Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса уртаса пособие күләме июндә 7 005 һум, йәғни эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 69,5 процент тәшкил иткән.
Сағыштырыу өсөн: ағымдағы йылдың май айында республика эшһеҙҙәре уртаса 6 428 һум алған.
«Июндә төбәктә эшһеҙлек буйынса минималь күләмдә пособие алыусылар 22,8% тәшкил иткән, максималь — 41,1 процент»,— тип хәбәр итәләр Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Министрлыҡтың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны Халыҡ-ара хеҙмәтте йоштороу стандарттарына ярашлы 89 мең кеше тәшкил итә. Уларҙан 21 меңдән күберәге – рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр.
Республикала иҡтисади әүҙем халыҡ иҫәбе, быйыл февраль-апрелдә уртаса эш көсөн һайланма тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, 1,9 миллион кешенән артып китә.