газета "Салауат"
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июль 2019, 11:03

Ә беҙҙә ҡасан булыр?

Өфөлә көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн айырым контейнерҙар ҡуйыла.Сүп-сар һауыттары төрлө төҫтә. Ҡыҙыл контейнер – быяла, күк –ҡағыҙ һәм һарыһы пластик әйберҙәр өсөн тәғәйенләнә. Бынан тыш, терегөмөшлө лампалар һәм батарейкалар өсөн айырым һауыт ҡуйыла.

Өфөлә көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн айырым контейнерҙар ҡуйыла. Сүп-сар һауыттары төрлө төҫтә. Ҡыҙыл контейнер – быяла, күк –ҡағыҙ һәм һарыһы пластик әйберҙәр өсөн тәғәйенләнә. Бынан тыш, терегөмөшлө лампалар һәм батарейкалар өсөн айырым һауыт ҡуйыла. Һәр контейнерҙы айырым машина килеп алып китә. Һуңынан ҡалдыҡтар сүп-сарҙы эшкәртеү заводында айырып йыйыла. Сортҡа бүленмәгән ҡалдыҡтарҙы полигонда күмеп ҡуялар. Сүп-сарҙы айырып йыйыу проекты әле Киров һәм Ленин райондарында тормошҡа ашырыла. Яҡын арала сағыу төҫлө контейнерҙар баш ҡаланың башҡа райондарында ла урынлаштырыла.
Читайте нас