Республикала ашығыс медицина ярҙамы бригадаларында табиптар етешмәй. Шулай уҡ урта медицина хеҙмәткәрҙәре аҙ. “Кире күренеште үҙгәртеп булмай. Беҙ дәртләндереү программаһы булдырырға тырышабыҙ. Ҡайһы бер райондарҙа бер бригадаға ике смена эшләргә тура килә, тип белдерҙе Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Радий Хәбиров был мәсьәләне һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәл итергә тейеш, тине. “Хәлде үҙгәртегеҙ. Был осраҡта һеҙгә муниципалитет башлыҡтары ярҙам итмәйәсәк”, тине республика етәксеһе.
Ашығыс медицина ярҙамы станцияһынан табиптар китеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Үткән йылдың октябренән бөгөнгә тиклем 30-ға яҡын белгес хеҙмәт урынын бушатҡан. Ошо ваҡыт эсендә бер генә врач та унда эшкә урынлашмаған.