Һүҙ уҡыу йортоноң “100 балл өсөн - 100 мең һум” программаһы хаҡында. Бының өсөн Берҙәм дәүләт имтихандарында өс фәндән йыйған балдар суммаһы 250-нән, ә уларҙың береһенеке 95-тән кәм булырға тейеш түгел. Бөтә Рәсәй олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары ла 100 мең һумлыҡ матди ярҙам аласаҡ.