газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2019, 11:43

Ял урынына - дауахана

Матур булырға теләгән бер ҡыҙ йылы яҡҡа ял итергә китер алдынан косметологҡа барып, ҡаштарын төҙәтмәксе итә. Әммә көткәне урынына башына бәлә генә ала.

Матур булырға теләгән бер ҡыҙ йылы яҡҡа ял итергә китер алдынан косметологҡа барып, ҡаштарын төҙәтмәксе итә. Әммә көткәне урынына башына бәлә генә ала. Ике көн тигәндә йөҙө ҡот осҡос шешенгән ҡатынды ашығыс рәүештә дауаханаға оҙаталар. Ҡыҙҙың әйтеүенә ҡарағанда, өйҙә эшләгән косметолог уколдар ҙа яһап ҡарай, дарыуҙар ҙа бирә. Иртәгәһенә күҙҙәре бер ни тиклем асылһа ла, ҡаш-керпектәре ҡойола башлай. Сәбәбе организмдың аллергия үҙенсәлегендә булған. “Ярай әле эш күҙ-бит шешенеү менән генә бөткән. Кешенең һәләк булыуы ла бар ине бит”, - ти табиптар. Бына һиңә, ял итеү урынына дауаханаға эләккән бисара ҡыҙ.


Читайте нас: