Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта һатыуға ҡуйылған һөттә химик матдәләр табылған. Антибиотиклы һөт. Был хаҡта ауыл хужалығын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығының референт үҙәге белгестәре хәбәр итте. 3600 литр пастеризацияланған һөт Мордовияла етештерелгән. Уның составында пенициллин норманан ике тапҡырға юғары булыуы асыҡланған. «Хорошее дело» маркалы һөт Өфө һәм Стәрлетамаҡ сауҙа ойошмаларында һатыуға ҡуйылған.