газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2019, 11:26

Тағы фажиғә, тағы ҡорбандар

Белорет - Өфө юлында ҡот осҡос фажиғә теркәлде: туристар китеп барған автобус түңкәрелгән.

Белорет - Өфө юлында ҡот осҡос фажиғә теркәлде: туристар китеп барған автобус түңкәрелгән. Салонда бөтәһе 39 кеше булған. Алты кеше үлгән, 13-ө төрлө тән йәрәхәттәре алған. Яралылар араһында бер бала ла бар. Хәле ауыр булған һигеҙ кешене, шул иҫәптән баланы Өфөгә дауаханаға оҙатҡандар, ҡалғандары - урындағы медицина учреждениеларында.

Урында полиция хеҙмәткәрҙәре, табиптар, шулай уҡ психологтар, янғын һүндереүселәр, бер юлы 14 ашығыс ярҙам бригадаһы эшләгән. Аварияның сәбәптәре асыҡлана, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Йәрәхәтләнгәндәрҙең хәле тураһында әлегә билдәле түгел.
Читайте нас: