газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2019, 15:05

Радий Хәбиров автобус менән фажиғә тураһында

15 июлдә БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров, автобус водителенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, атап әйткәндә тиҙлекте арттырғанға 18 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылғаны тураһында белдерҙе.

«Нимәгә иғтибар итергә теләйем – беҙ беренсел мәғлүмәт алдыҡ. Автобус сит илдә сығарылған һәм ул «Мерседес» түгел. Авария мәлендә бар ултырғыстар урынынан ҡупҡан, пассажирҙар хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктермәгәне асыҡланған. Сәстәр үрә торорлоҡ факт: водитель юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, атап әйткәндә тиҙлекте арттырғанға 18 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Бына шундай кешеләр пассажирҙар ташый һәм бының нимә менән тамамланғаны күренде. Водитель Яр Саллы ҡалаһынан, минең фекеремсә, Татарстандағы коллегалар был хәлгә асыҡлыҡ индерер, — тине Башҡортостан етәксеһе. — Юл идеаль хәлдә, тигеҙ, разметкаһы ла шәп, буш урында фажиғә ҡупҡан... Ярай көслө ямғыр яуған, тик кешегә шуның өсөн дә мейе бирелгән, ул бындай һауа торошонда ҡыумаҫҡа, тиҙлекте кәметергә тейеш».

Читайте нас: