газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2019, 15:13

«Башавтотранс»та 20 яңы автобус

Бөгөн республиканың төп пассажирҙар ташыусыһы «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһына ҡала-ара рейстарҙа кешеләр ташыу өсөн 20 яңы автобус тапшырылды.

Бөгөн республиканың төп пассажирҙар ташыусыһы «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһына ҡала-ара рейстарҙа кешеләр ташыу өсөн 20 яңы автобус тапшырылды.

ылтыр йыл аҙағында Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты «Востокавтотранс» акционер йәмғиәте менән 26 автобус буйынса контракт төҙөнө. Уның дөйөм хаҡы 184 миллион һум тәшкил итте, бер автобустың хаҡы 7 миллон һумдан ашып китә. Ҡалған алты берәмек транспорт июль айы аҙағына тиклем ҡайтарыласаҡ.Водителдәргә “НефАЗ”дарҙың асҡыстарын республика етәксеһе Радий Хәбиров тапшырҙы. Уға тиклем төбәк етәксеһе Өфөнөң 1-се автотранспорт предприятиеһында диспетчерҙар эше һәм техник күҙәтеү посы менән танышты. Аҙаҡтан предприятие етәксеһе вазифаһын үтәүсе Надир Самиев Радий Фәрит улына бер автобусты күрһәтте. Ул, үҙ сиратта водителдәрҙең эше шарттары менән ҡыҙыҡһынды һәм хәрәкәт мәлендә пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге нисек үтәлеүенә айырым иғтибар бирҙе.
Читайте нас: